Новости
16 Март 2018, 07:00

Матурлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө ине...

Кеше яҙмыштары бер-береһенә оҡшамаған. Һәр кемдең үҙ юлы, үҙ һуҡмағы бар. Тик барыбыҙ ҙа ер йөҙөнә үҙ бәхетебеҙҙе табырға килгәнбеҙ. Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар күрергә тура килһә лә, юҡ-бар ығы-зығыларҙан өҫтөн булып йәшәргә кәрәк. Ә йәшәү - донъяны, тормошто яратыу ул.

Үрге Шәкәр ауылынан Мәҙинә апай Абдуллина ла тормошто яратып, уның барлыҡ сағыу, матур төҫтәрен башҡаларға ла күрһәтергә тырышып, ҡояш һымаҡ балҡып йәшәне. Тик аяуһыҙ сир уны арабыҙҙан алып китте. Табылды ауылында тыуып үҫкән, артабан килен булып төшкән Үрге Шәкәр ауылында йәшәгән, ошо ауыл мәктәбендә балаларға аң-белем биргән уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Мәҙинә Мәжит ҡыҙы Абдуллинаны барыһы ла яратты, хөрмәт итте.

Был хәбәргә ышанғы ла килмәй. Бына ул елкенеп редакцияға килеп инер ҙә: «Һылыу, тағы бер мәҡәлә килтерҙем әле», тип ихлас йылмайып, матур итеп яҙылған ҡулъяҙмаһын һалып, фотоларын беркетеп ҡуйыр төҫлө. Һуңғы йылдарҙа уның тарафынан байтаҡ яҡташтарыбыҙҙың күңел торошон сағылдырған ижади әҫәрҙәре гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Гәзит уҡыусылар уның ярҙамында Флүр Ильясов, Шәүрә Вахитова, Идия апай Таймаҫова (Мөхәмәтова), Мәғрифә Рафиҡова, Римма Батыршина, Сәүиә Мортазина, Сәлимә Ҡолһарина һәм башҡа байтаҡ яҡташтарыбыҙҙың ижадын халыҡҡа сығарҙы. Ауылдарҙағы талантлы, эшһөйәр кешеләр тураһында яҙған мәҡәләләре йылы, кеше күңеленә үтеп инеүсән ине. Сөнки ул һәр саҡ даими яҡшылыҡ эҙләне, изгелеккә ынтылды. Уның ижады «Йәшлек», «Һәнәк» һәм башҡа республика баҫмаларында ла йыш нәшер ителде.

Мәҙинә апай сәнғәт донъяһын да яратты. Нисә йыл дауамында «Күндерәккәй» халыҡ фольклор ансамбле составында халҡыбыҙҙың милли йолаларын күрһәтеп, йырлап-бейеп, тамашасыларға рухи байлыҡ өләште. Районыбыҙҙа уҙғарылған сәскә байрамында йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулай ине.

Мәҙинә апай хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә, тоғро ҡатын һәм изге күңелеле өләсәй ине. Әлфир ағай менән матур донъя көтөп, баҡса үҫтереп, яҡындары, ауылдаштары өсөн өлгөлө ғаилә булды. Оло юғалтыу уңайынан мәрхүмәнең ғаиләһе, туғандары һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ә Мәҙинә Мәжит ҡыҙы матур әҫәрҙәре, сәхнә түрҙәрендә өҙҙөрөп баҫып йырлап-бейеүҙәре, сәскә кеүек яҡты, ихлас йөҙө һәм кешеләр менән йылы аралаша белеүе менән һаҡланыр беҙҙең йөрәктәрҙә. Күңелегеҙ кеүек гүрегеҙ ҙә нурлы-яҡты булһын!

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА,

«Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенең башҡорт бүлеге мөдире.

Мәҙинә еңгәм иҫтәлегенә

Вулкандарға керер инем

Шундалыр ул тиһәләр.

(Х.Туфан).

Ҡапыл һүнде инде тиһәм,

Һыҙып ҡына янған

май шәмеләй шиңгән

минең еңгәм.

«Ҡара, ҡыҙый!», - тигән һүҙең

Үҙең киткәс кенә оран булып

ярҙы бауырҙы,

Белеп булмай ҡасан ауырҙы.

Был донъяның ҡырауҙарын еңгән

Сабырлыҡ өлгөһө һин еңгәм.

Сабырлыҡты ҡайҙан алаһы?...

Ниңә тиҙ туҙа икән,

Күлдәктәрҙең аҡтары.

Һинһеҙ ҡалған ғүмерҙең

Нисә тинлек икән хаҡтары.

Быйылғы ҡыш ҡарһыҙ булды.

Ер ярылып, туңып бөттө.

Яҙҙың әсе еле һине алып китте.

Өшөмә, еңгәм, йәнем!

Гөлдәр ХӘЙБУЛЛИНА.
Читайте нас