- Марсель Марат улы, һайлау алдынан яҡташтарығыҙға ниндәй мөһим һүҙҙәр әйтергә теләр инегеҙ?
- Минең теләк бер - һәр кем гражданлыҡ аңлылығын белдереп, һайлауға килһен һәм лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирһен ине. Киләһе алты йылға һайлаған Президентҡа беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең яҙмышы бәйле. Уның киләсәге. Тауыш биреүселәр исемлегенә индерелгәндәрҙең барыһы ла ошо мөһим мәлде аңлаһын ине. Бының өсөн күп кәрәкмәй - паспорт һәм гражданлыҡ инициативаһы.
- Әлеге һайлауҙа ниндәйҙер яңылыҡтар бармы?
- Барыһы ла элеккесә тиерлек. Урындағы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәртип һаҡлаясаҡ. Эштәр барышын төрлө партия вәкилдәре күҙәтәсәк. Кәңәшләшеү хоҡуғы менән дә, унһыҙ ҙа. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр өсөн иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән. Бер яңылыҡ, тауыш биреү көнөндә гражданин паспортта күрһәтелгән теркәлеү адресы - йәшәү урыны буйынса булмаһа (командировкаға киткән, отпускта йәки башҡа ҡалала йәшәһә), йәки йәшәү урыны буйынса теркәлмәһә, үҙе булған ерҙә тауыш биреүҙең яңы тәртибенән файҙалана ала. Бына ошо яңылыҡ.
- Әле лә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы ҡулланыласаҡмы?
- Эйе. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары йәки һайлаусыларҙың тауышын һанау өсөн электрон йәшник һайлауҙы асыҡ һәм оператив яһай. Улар булһа кешелек факторы юҡҡа сыға, йәғни электрон йәшниккә төшөрөлгән бюллетендәр автоматик рәүештә һанала. Был уңайлы. Әммә, иң мөһиме, һөҙөмтәләрҙе алдау факты булмаясаҡ. Беҙҙә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы икәү. Уларҙың береһе Ленин, икенсеһе - Фрунзе һайлау участкаһына ҡуйылған.
- Йәнәһе барлыҡ участкаларҙа булған ҡараһы юғала торған авторучкаларға бәйле имеш-мимештәр тураһында һорау бирмәйенсә булдыра алмайым.
-Был имеш-мимеш кенә. Һайлау участкаларында булған авторучкалар ысын ручкалар. Бер сәғәт, тәүлек һәм хатта бер ай һәм йылдан һуң да уларҙың ҡараһы юҡҡа сыҡмай. Шуға ла, граждандарыбыҙ тыныс күңел менән тауыш бирһен. Иң мөһиме, тәүҙә әйтеүемсә, улар килһен һәм тауыш бирһен. Был һайлауҙа иң мөһим мәл.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Марсель Марат улы.