Синоптиктар фаразынса, йома, 16 мартта, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Елдең секундына 17 метр тиҙлектә иҫеүе ихтимал.
Шәмбе, 17 мартта, һауа торошо боҙола: төндә күпселек райондарҙа ҡар, көндөҙ иһә епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым урындарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Көндөҙгө сәғәттәрҙә температура 0,-5 градус тәшкил итә. Мәғлүмәт республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан алынды. "Башинформ".