Новости
14 Март 2018, 09:19

Башҡортостандың Урал аръяғында агротуризм буйынса семинар үтә

Әбйәлил районында 8-13 апрелдә агротуризм буйынса семинар үтә. Ул Урал аръяғы һәм Төньяҡ-көнсығыш төбәктәре өсөн ойошторола.

Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, сара күсмә квалификацияны күтәреү курстары формаһында «Яҡтыкүл» шифаханаһында була. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы учреждениелары – Рәсәй агросәнәғәт комплексының кадрҙар тәьминәте академияһы белгестәре үткәрә.


12 апрелгә Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Йылайыр райондарында агротуризмды үҫтергән урындағы фермерҙар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл күҙалланған.

"Башинформ".
Читайте нас