Новости
13 Марта 2018, 09:32

Был аҙнала Башҡортостанға яҙғы йылы килә

Был аҙнала Башҡортостанға марттың ошо осорона хас яҙғы йылы килә. Һауа температураһы әкренләп нормаға яҡынлаша, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Марттың тәүге яртыһында уртаса тәүлек һауа температураһы норманан 3-6 градусҡа түбәнерәк булды, ошондай һалҡын һауа торошо 13 мартҡа тиклем һаҡлана. Был көндә төнгө сәғәттәрҙә -19,-24, урыны менән -30, көндөҙ -8,-13 градус булыуы көтөлә.


Алдағы көндәрҙә Көньяҡ Уралға йылыраҡ һауа массаһы килә башлай. 15 мартҡа һауа температураһының төндә -12,-17, урыны менән -22 градус, көндөҙ 0,-5 градус булыуы күҙаллана.

"Башинформ".

Читайте нас