Новости
12 Март 2018, 06:48

Мәҡәл – һүҙҙең аҫылы

= Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уң­ғанлыҡ көн дә кәрәк.= Аттың матурлығы – башын­да, егеттең матурлығы – түшен­дә.

= Һаулыҡ ҡанаты хеҙмәт бу­лыр, аҡыл ҡанаты хөрмәт булыр.

= Һыу тулҡыны елдән килер, һаулыҡ тулҡыны эштән килер.

= Эшеңдән алтын көтмә – һаулыҡ көт, атаңдан алтын көтмә – аҡыл көт.

= Эшенән айырылған йыл буйы илар, һаулыҡтан айырыл­ған ғүмер буйы илар.

= Эш булыр ел кеүек, ә һаулыҡ булыр елдәге ҡуҙ кеүек.

= Эшкә күҙ һалып һаулыҡты ла белеп була.

= Эшсәнлек – ул баштағы сер, ялҡаулыҡ – ул баштағы сир.

= Болот берекһә – күк күк­рәр, халыҡ берекһә – ер тетрәр.

= Телен һаҡлаған башын һаҡлар.

= Аҡыллы эшен бөтөрә, аҡыл­һыҙ кешене бөтөрә.

= Аҡыллыға бер һүҙ – мая, ахмаҡҡа мең һүҙ – зая.

= Һыйларға һыйың булмаһа, һыйпарға телең булһын.

= Һүҙе хаҡтың йөҙө аҡ.

"Башҡортостан гәзите".
Читайте нас