Ярыш алдынан ике көн алдан Югорскиҙа (Ханты-манси автономия округы) ул мөмкин 30 мәрәйҙән 29 йыйҙы һәм биш йыл элек Рәсәйҙең Мотоспорт федерацияһы кубогын яулаусы элекке Европа чемпионы Андрей Шишеговты өс мәрәйгә уҙып китте. Бронза призер – Евгений Шаров – 25 мәрәй, дүртенсе урында элек тағы ла ошо дәрәжәле трофейҙы яулаған Владимир Бобин (икеһе лә – Каменск-Уральскиҙан) – 24 мәрәй, ә тәүге биш уҙышсыға тағы ла бер яҡташыбыҙ – Салауаттан 16 йәшлек Герман Ханмырҙин ингән (22 мәрәй).
2018 йылғы боҙ миҙгелендә аҙаҡҡы рәсми ярыштарҙа Башҡортостандан тағы дүрт уҙышсы ҡатнашты. Нефтекаманан Антон Созыкин – һигеҙенсе (13 мәрәй), Андрей Шишеговтың Өфө районындағы «Добрынин» мотоклубынан йәш клубташтары Елисей Выдрин һәм Никита Панов — 11-се һәм 15-се, Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән йәш егент Артем Афанасьев 13-сө урын алды. "Башинформ".