Новости
8 Март 2018, 13:00

Республикала алдағы көндәрҙә 25 градус һыуыҡ булыуы фаразлана

Синоптиктарҙың фараздары буйынса, 7 һәм 8 мартта Башҡортостанда сираттағы һыуыҡ һауа массаһы ингәндә һауа температураһының төндә -17, -22, аяҙытҡанда -27 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә, көндөҙ -7, -12.

Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. 7 мартта көслө ел иҫкәндә буран һаҡлана.
Кесе йома, 8 мартта, төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Көндөҙ республика буйынса бер аҙ, урыны менән уртаса ҡар яуыуы, еңелсә буран булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнсығышҡа күсеүсән уртаса. Һауа температураһы төндә -15, -20, аяҙытҡанда -25, көндөҙ -6, -11.
Йома, 9 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, төндә республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса уртаса булыуы, буран сығыуы фараз ителә. Ел көнсығыштан, төньяҡҡа күсеүсән уртаса. Термометр бағанаһы төндә -13, -18, аяҙытҡанда -23, көндөҙ -6, -11 күрһәтәсәк. "Башинформ".
Читайте нас