Новости
2 Март 2018, 15:46

Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың эшлекле әүҙемлеге индексы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында

Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың эшлекле әүҙемлеге индексы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынға сыҡты.

«Терәк индексы RSBI» — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың хәлен берлектә тикшереү ул. Уны «Рәсәй терәге» һәм Промсвязьбанк менән берлектә үткәргән. Әлеге проект микро-, бәләкәй һәм урта предприятиелар сегментында бизнес-кәйефтәрҙе даимик тикшереүгә ҡайтып ҡала.
«Терәк индексы RSBI» күрһәткесе 50 пункттан юғарыраҡ булһа, эшлекле әүҙемлектең артыуын, 50 пункттан түбәнерәк икән, эшлекле әүҙемлектең кәмеүен аңлата. Индекс МСБ компаниялары етәкселәренән һорау алыу мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән һәм квартал һайын яңыртылған иҡтисади хәлдең индикаторы булып тора.
Ошо тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан эшлекле әүҙемлек индексы күрһәткесе буйынса беренсе урынды биләй — 60,7. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 50,5. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хаҡта Рәсәй сәнәғәт форумы барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. "Башинформ".
Читайте нас