Республикала көндәр йылытырға ашыҡмай. Синоптиктар февралде быйылғы ҡыштың иң һалҡын айы тип атай. Башҡортостанда февралдең һуңғы көндәре ныҡ һыуыҡ булды. Бер нисә көн буйына көслө ҡар яуҙы.
1 мартта атмосфера баҫымының күтәрелеүе арҡаһында республикала атмосфера күренештәре көсһөҙләнә башлай. Ләкин сираттағы һалҡын һауаның үтеп инеүе фаразлана. Һауа температураһы төндә -21,-26, урыны менән -32 градусҡа тиклем түбәнәйә. Көндөҙ -9,-14, урыны менән -19 градус булыуы көтөлә.
2 мартта бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана, ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә -17,-22, урыны менән -27, көндөҙ -7,-12 градус.
«Фобос» үҙәге белгестәре мартта көндәрҙең һалҡынса, температураның уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән бер градусҡа түбән һәм апрелдең йылы булыуын фаразлай. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, көндәр аяҙ һәм яуым-төшөм нормаға ярашлы булырға тейеш. Күҙаллауҙар буйынса, марттың тәүге декадаһының яртыһына тиклем Рәсәйҙең күпселек биләмәһендә экстремаль һыуыҡтар көтөлә. Икенсе декадала режим нормаға ҡайта, ай аҙағында иһә ғәҙәттәгенән йылыраҡ булмаҡсы. "Башинформ".