Йылына 7,5% — эске туризм, социаль эшҡыуарлыҡ һәм эшкәртеүсе производство өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән моноҡалаларҙағы кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн;
Йылына 9% — ауыл хужалығы өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн.
Эшҡыуарлыҡ микрозаймдары буйынса процент ставкаһын кәметеү йүнәлеше былтыр Рәсәй банкының аҡса-кредит сәйәсәте һәм Кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса дәүләт комитетының системалы саралары барышында барлыҡҡа килде, тип билдәләнеләр ведомствола.
Республикала кесе эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында ағымдағы йылда «Башҡортостан микрокредит компанияһы»на эшҡыуарҙарҙы финанслау күләмен арттырыу өсөн федераль бюджеттан 51,8 миллион һум аҡса биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Дөйөм алғанда, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының 2018 йылға кесе эшҡыуарлыҡты микрофинанслау программаһы буйынса билдәләгән аҙаҡҡы процент ставкаһы Рәсәй банкы ставкаһының ике тапҡырлыҡ дәүмәленән артмай (әле 7,5% тәшкил итә). "Башинформ".