Новости
1 Марта 2018, 07:27

Өфө аэропортынан Сочиға йәйге рейстар асыла

Йәйге осоштар теҙмәһе сиктәрендә 2018 йылдың 28 майынан 26 сентябренә тиклем Өфөнән Сочиға даими рейстар башҡарыла.

Билеттар һатыуға сыҡҡан да инде, бер яҡҡа осоу хаҡы яғыулыҡ иғәнәһе иҫәбе менән ете меңдән башлана. Ошо хаҡта баш ҡала авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Өфөнән самолеттар дүшәмбе һәм шаршамбы һайын иртәнге 5 тула 25 минутта оса, Сочиҙан шишәмбе һәм йәкшәмбе һайын төнгө 11 тула 25 минутта (урындағы ваҡыт буйынса) күтәрелә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте авиакомпания сайтында табырға мөмкин. "Башинформ".
Читайте нас