Новости
28 Февраль 2018, 07:15

Яңы уҡыу йылында юғары уҡыу йорттарында бюджет урындар арта

Мәғариф һәм фән министрлығы яңы уҡыу йылында медицина, педагогия, инженерия һәм IT-һөнәрҙәре буйынса юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттыра, тип белдерҙе "Россия-24" телеканалы эфирында мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева.

«Медицина һөнәрҙәре, педагогия, инженерия, айти белгестәре буйынса бюджет урындары арта», — тип РИА Яңылыҡтар Ольга Васильева телмәренән өҙөмтә килтерә.


Алдан министр хәбәр иткәнсә, 2017 йылда мәктәпте тамамлаусыларҙы вуздарҙа бюджет урындар менән тәьмин итеү кимәле 57 процент тәшкил иткән.

"Башинформ".
Читайте нас