Автор «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы булған «Башҡортостан» ДТРК-һы медиахолдинтарын ойоштороуҙың һәм уларҙың эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен тикшерә. Телерадиоканалдарҙың структураһы, тапшырыуҙар биләмәһе, эфирға сығыу даимилығы, аудитория күләме, тематик йүнәлеше, маҡсатлы билдәләре һәм үҙенсәлектәренә ентекләберәк туҡтала. Айырым бүлек «Башинформ» агентлығын ойоштороу тарихына бағышланған.
Ул студенттар, юғары уҡыу йорттарының журналистика бүлектәре һәм факультеты уҡытыусылары, журналистар, киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш иткән белгестәргә тәғәйенләнгән.