20 февралдән республикала табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм телефон номеры үҙгәрҙе, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Шулай итеп, табиптарға ҡабул итеүгә яҙылыу (терапевҡа, педиатрға, стоматологҡа, гинекологҡа һәм дерматовенерологҡа) 09-383 номеры берҙәм түләүһеҙ 13-01 номерына үҙгәрҙе. Был номер буйынса МТС, «Мегафон», «Билайн», «Сотел» һәм «Теле2» операторҙары, шулай уҡ «Башинформсвязь» стационар телефондары аша шылтыратыу түләүһеҙ. Поликлиника регистратураһында һәм берҙәм медицина порталы, дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм медицина ойошмаларында информаттар аша табипҡа яҙылыу үҙгәрештәрһеҙ ҡалауы тураһында хәбәр ителә.