Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы иҫтәлегенә конкурс проектын йырсының бер туған һеңлеһе, Тәтешле районында йәшәүсе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Ул 30 майҙа – легендар йырсының тыуған көнөндә Хәниә Фәрхиҙең Хәтер кисәһен үткәрергә күҙаллай.
Ойоштороусы һүҙҙәренсә, Татар дәүләт филармонияһында күҙалланған саралар эстрада йондоҙҙары Салауат Фәтхетдинов һәм Радик Юльяҡшин ҡатнашырға вәғәҙәләгән.
Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә 57 йәшендә тыуған төйәгендә Тәтешле районында арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы, Ҡазанда ерләнгән.