Новости
22 Февраль 2018, 16:18

Ял көндәрендә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Шәмбе, 24 февралдә, өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр. Саралар ҡаланың өс майҙансығында: — Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендәге трамвай ҡулсаһы майҙанында (Ленин районы); — Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында (Ленин урамы); — С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Беренсе Май урамы, 14 (Орджоникидзе районы). Бында ит һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын һатып алырға мөмкин. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй. "Башинформ".

Читайте нас