Синоптиктар февраль аҙағына тиклем Өфөлә ниндәй һауа торошо буласағын хәбәр итте
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ҡыш аҙағына тиклем Өфөлә һауа торошо үҙгәрмәй. 27 февралгә ҡәҙәр ҡалала көндөң аяҙлы-болотло, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ -10, -13, төндә ваҡыты менән 25 градусҡаса һалҡын. Ҡыштың һуңғы көнөндә бер аҙ йылыта: көндөҙ -8 градус, көндөң аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана, яуым-төшөм көтөлмәй. Шул уҡ ваҡытта синоптиктар алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар буласағын фаразлай. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 23 һәм 24 февралдә төндә аяҙытҡанда һауа температураһы -28, -30 градусҡаса түбәнәйә. "Башинформ".