Новости
21 Февраль 2018, 17:09

Башҡортостан спортсыһы Европа чемпионатында бронза миҙал яуланы

Башҡортостан спортсыһы бадминтон буйынса Европа чемпионатынан көмөш миҙал менән ҡайтты. Алина Дәүләтова Рәсәй йыйылмаһы составында яҡташы Родион Алимов менән бергә сығыш яһаны.

Ярыштарҙы Ҡазан ҡабул итте. Татарстандың баш ҡалаһына Европаның 38 иленән 400-ҙән ашыу спортсы йыйылды. Рәсәйҙәр өсөнсө урынды алды, тәүге ике баҫҡыста — Германия һәм Дания командалары.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында әйтеүҙәренсә, Алина Дәүләтова Европа чемпионатында «Халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исемен алыу өсөн нормативты үтәгән.
Родион Алимов илдең ир-егеттәр йыйылмаһындағы башҡа бадминтонсылар менән бергә Европаның иң көслө биш командаһы иҫәбенә инде. "Башинформ".
Читайте нас