Ғинуар айында барлығы 22 сабый тыуған, уҙған йылда 15. Ҙур булмаһа ла үҫеш һәм шатлыҡлы хәбәр. Шуларҙың ғаиләлә тәүгеһе булып 5 (6) бала, икенсе - 11 (6), өсөнсө – 5 (2), дүртенсе – 1 (0) бала тыуған. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда, ғәҙәттәгесә, күберәк – 15 (9), 7 (6). Ғинуар айы был яҡтан рекордлы. Малайҙар ике тапҡырға күберәк!
Уҙған йылға ҡарағанда кешеләр бер аҙға булһа ла әҙерәк үлгән – 26 (28). Әммә үлем тыуымдан өҫтөнлөклө булып ҡала. 10 (13) ир-егет үлгән, ҡатын-ҡыҙ – 16 (15). Үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙар булмаған.
Әммә никахтарын теркәүселәр һаны ике тапҡырға кәмегән – 6 (12). Шул сама пар айырылышҡан – 6 (7). Әгәр һандарға процентлап ҡараһаҡ, ул 100% тәшкил итә. Йәғни, никахҡа инеүселәрҙең барыһы ла айырылышҡан тигән һүҙ. Бик үкенесле һәм борсоулы статистика.
Шулай уҡ аталыҡты билдәләү, фамилияһын, исемен, атаһының исемен алмаштырыу буйынса берәр осраҡ теркәлгән.