Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, 2017 йылда ошо процедураға йышыраҡ 30-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт иткән. Нигеҙҙә, икенсел түлһеҙлек менән. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында түлһеҙлек сәбәптәре яҡынса бер тигеҙ.
Әнүәр Бакиров әсәлектең «ҡартайыу» процесы күҙәтелеүенә иғтибар итте. Аборттар хаҡында һөйләгәндә, һуңғы биш йылда уларҙың һаны 26% кәмегән, шул иҫәптән социаль күрһәткестәр буйынса, йәғни күпселек гүзәл зат ҡатын-ҡыҙ консультацияларында психологтар менән һөйләшкәндән һуң йөклөлөгөн өҙмәҫкә ҡарар иткән, тип билдәләне министр. "Башинформ".