Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
19 Февраля 2018, 16:31
Март айынан Өфө — Түбәнге Новгород рейстары асыла
1 марттан Өфөнән Түбәнге Новгородҡа даими авиарейстар башлана, уларҙы «Ютэйр» компанияһы башҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Осоштар 70 пассажир һыйҙырышлы ATR 72 һауа судноһында аҙнаһына биш тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома һәм йәкшәмбе көндәренә билдәләнгән.
Самолет Өфөнән киске сәғәт 7-се 5 минутта һауаға күтәрелә, Түбәнге Новгородҡа киске 7-се 20 минутҡа барып етә (һауа юлдарында — урындағы ваҡыт). Минималь тариф бер яҡҡа 3 665 һум тәшкил итә. "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"