Новости
19 Февраля 2018, 08:47

Баш ҡала Волга буйы федераль округында бензинға хаҡтар буйынса иң арзан ҡалалар иҫәбендә

Рәсәй статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылда февралдең тәүге яртыһына нефть продукттары баҙарында ҡулланыусыларҙың хаҡтарын анализлаған һәм ҡалалар рейтингын төҙөгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Волга буйы федераль округында Өфө тәүге иң осһоҙ бензинлы ҡалалар исемлегенә ингән. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бер литр яғыулыҡ өсөн уртаса 38,49 һум түләй. Волга буйы федераль округында арзан бензин буйынса өс алдынғыға шулай уҡ Пенза һәм Ульяновск инә.


Билдәләп үтергә кәрәк, өфөләргә һәм килгәндәргә АИ-80 маркалы яғыулыҡ – 37 һум 52 тингә, АИ-92 – 40 һум 51 тингә, АИ-95 – 44 һум 49 тингә, дизель яғыулығы 40 һум 57 тингә төшә.

"Башинформ".
Читайте нас