Конкурс ете номинацияла уҙғарыла: «Ватан панорамаһы», «Йәнле тәбиғәттә ғаилә», «Хайуандар ҡылана», «Тәбиғәт һәм кеше», «Баллы Башҡортостан», «Кадрҙа үҫемлектәр», «Башҡортостан» милли паркы». Бәйгелә бөтә теләүселәр – балалар, өлкәндәр, профессиональ фото төшөрөүселәр һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала.