Шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме бер йылда 13 109 һум тәшкил иткән. Инвалидлыҡ буйынса – 8 334 һум, ҡараусыны юғалтыу осрағы буйынса – 8 720 һум.
Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алғандарҙың уның уртаса суммаһы 2017 йыл аҙағында 9 068 һумға етте.
Статистика хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, йыл башы менән сағыштырғанда төбәктә пенсионерҙар һаны яҡынса 12 меңгә артҡан һәм уҙған йылдың декабрь аҙағына 1,176 миллион кешенән уҙып киткән.