Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар матур биҙәлгән залда йыйылды. Сарала 5 класс уҡыусылары ғаиләләре - Скуиндар ғаиләһенең «Легион», Әхмәтшиндарҙың «Әхмәт», Рәжәповтарҙың «Йондоҙсоҡ», Утиновтарҙың «Динамит» командалары ҡатнашты.
Ярыш командаларҙың сәләмләү һүҙенән башланды. Программаға эстафета, аяҡ аҫтында туп, ҙур туптар менән һикереү, кәрзингә туп ташлау, төрлө йүгереү уйындары, боулинг кеүек спорт заданиелары индерелде. Йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса Рәжәповтар һәм Утиновтар 35 һәм 36 мәрәй йыйып өсөнсө урынды бүлеште, Әхмәтшиндар икесе урын яуланы (48 мәрәй), Скуиндар еңеүсе булды (53 мәрәй).
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау грамоталары һәм торттар тапшырылды. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡлы уйындан ҡәнәғәт ҡалды.
Первомайский урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Фото автор тарафынан бирелде.