Новости
15 Февраля 2018, 17:20

Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙе иҫәпләгәндәр

Уҙған аҙнала «рәсми» эшһеҙҙәр һаны 400 кешегә артҡан һәм 21,8 меңгә тиерлек еткән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына мәшғүллек хеҙмәтенән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағымдағы йыл башында Башҡортостанда 20,8 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәле бер аҙнала 0,02 процентҡа артҡан һәм 1,09 процент тәшкил иткән. Йыл башында был күрһәткес төбәктә 1 процентҡа тиң ине.
Республиканың вакансиялар банкында бөгөн 41 мең эш урыны иҫәпләнә, йыл башында 43 мең булған. "Башинформ".
Читайте нас