Икенсе урында — тары ярмаһы, бер аҙна эсендә ул 3,6 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм килограмы яҡынса 28 һумға еткән.
Өсөнсөлә — аҡ күсәнле кәбеҫтә, әлегә уның уртаса хаҡы 16 һумдан ашыу тәшкил итә (бер аҙнала +2,7 процент).
Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә картуф, алма, башлы һуған, туңдырылған балыҡ, вермишель, он, сәй, стерилләнгән һөт, үҫемлек майы, икмәк-ҡаластар ҙа бар. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бер аҙна эсендә 0,1-1,8 процентҡа күтәрелгән.
Арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегендә — сыр, аҡ май, һарыҡ ите, тауыҡ ите, дөгө, пастеризацияланған һөт, сусҡа ите, тоҙ, ҡарабойҙай, шәкәр һәм йомортҡа. Бер аҙнала улар 0,1-2,7 процентҡа осһоҙланған.
Ошо ваҡыт эсендә төбәктә һыйыр итенең (һөйәкһеҙ иттән тыш) генә хаҡы үҙгәрмәгән — бер килограмы 303 һум самаһы. "Башинформ".