Йорт йәнлеге хужаһы әйтеүенсә, кисә төндә уның Бобик ҡушаматлы эте ниҙер һиҙенгән кеүек тойолған: шыңшыған һәм ерҙе соҡоған.
Абдулла ауылында ла ошоға оҡшаш хәл булған. Ас бүреләр, аҙыҡ эҙләп, ауыл уртаһына уҡ үтеп ингән. Йыртҡыстар бында ла эткә ташлаған.
Ауыл халҡы балалары өсөн борсола, уларҙы өйҙән сығарырға ҡурҡа, сөнки хәҙер туҡталышҡа тиклем барыу бик хәүефле.
Белгестәр бүреләрҙең әүҙемләшеүен популяцияның артыуына, шулай уҡ ҡарҙың аҙ булыуына бәйләй, шул арҡала аулау ҡыйынлаша.
Телеканал мәғлүмәте буйынса, район хакимиәтендә бүреләр мәсьәләһе тикшерелгән. Йыртҡыстарҙы атыу — халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әлегә берҙән-бер һөҙөмтәле сара. Бының өсөн һунарсыларҙы һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеү күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ғинуарҙа Әбйәлил районында бүреләрҙең ҡолондарға ташланыу осраҡтары теркәлгәйне. Баймаҡ районында уҙған йылдың декабрь айында йыртҡыстар 10 ашыу аттың башына етте.