Новости
13 Февраль 2018, 09:32

Республика эпидемик сик кимәленә яҡынлашты: 26 мең кеше — ОРВИ, һигеҙе грипп менән сирләй

Башҡортостанда уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы (ОРВИ) менән сирләүселәр артҡан. Һуңғы аҙнала ғына (5 февралдән 11-нә тиклем) төбәктә 26 мең кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 70% — балалар.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әле республика ОРВИ һәм киҙеү менән сирләгәндәр һаны буйынса эпидемик сик кимәленә яҡынлашты.
Әгәр 29 ғинуарҙан 4 февралгә ҡәҙәр киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡторған 20 600 һәм киҙеү менән ауырыған дүрт кеше теркәлһә, уҙған аҙнала был һан 26 меңгә еткән. Тағы дүрт кешелә лаборатор юл менән киҙеүҙең А1 штамдары раҫланған (сусҡа киҙеүе). "Башинформ".
Читайте нас