И.Ғ.Хәлитов 1966 йылда Стәрлебаш районының Әмир ауылында тыуған. 1985-1987 йылдарҙа хәрби хеҙмәтен Совет Армияһы сафында Ангола Халыҡ республикаһында үткән. Урта-махсус белемле, 1989 йылда «Агрономия һәм ойоштороу» белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Матросов исемендәге хужалығында водитель булып башлай. Артабан бында механик, бригадир ярҙамсыһы, өлкән бригадир була. Өйләнгән, ғаиләлә өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 2004 йылдың декабренән Матросов исемендәге хужалыҡҡа идара иткән Х.Р.Халиҡов, кооператив ағзаларының дөйөм йыйылышы ҡарары менән үҙ теләге һәм сәләмәтлеге торошо буйынса биләгән вазифанан бушатылды.