Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге «С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы» муниципаль унитар предприятиеһына даими эшкә һөнәр буйынса юғары белемле бухгалтер талап ителә.
Эш тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Эш хаҡы – 23 мең һум, социаль пакет.
Стәрлетамаҡ физик культура институты юғары белемле һәм бюджет өлкәһендә эш тәжрибәһе булған бухгалтер-кассирҙы эшкә ҡабул итә.
Эш хаҡы – 20 мең һум самаһы.
Асҡын районы Клуб-китапхана системаһына даими эшкә бухгалтер-иҡтисадсы талап ителә. Юғары белемле һәм өс йылдан күберәк эш тәжрибәһе булыу шарт.
Эш хаҡы – 14 мең һумдан күберәк, социаль пакет.
Нефтекамала «Стройтранснефтегаз» акционерҙар йәмғиәте филиалы ваҡытлыса эшкә тауар-матди ҡиммәттәрҙе иҫәпкә алыу буйынса бухгалтер эҙләй. Бухгалтерлыҡ программаларын белеү, бер йылдан ашыу эш тәжрибәһе кәрәк.
Өфөләге Киров районының Муниципаль бюджет мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте учреждениеларының үҙәкләштерелгән бухгалтерияһына дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә федераль ҡануниәтте белгән һәм эш тәжрибәһе бер йылдан күберәк булған әйҙәүсе белгес талап ителә.
Бәләбәйҙәге «Мегастрой» яуаплылығы сикләнгән йәмәғиәте эшкә юғары квалификациялы бухгалтер-иҡтисадсы ҡабул итә.
Ошо һәм башҡа вакансиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының Халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында табырға мөмкин.