Новости
8 Февраль 2018, 06:35

«Роспотребнадзор» идаралығы Европала А һәм В киҙеүе хаҡында иҫкәртә

Европа төбәгендә грипп вирусына 3,9 меңдән ашыу ауырыуҙың анализы тикшерелгән, уларҙан 51,9 проценты ыңғай һөҙөмтә биргән. Әйләнеп йөрөүсе киҙеү вирустары структураһында В төркөмө (66,7 процент ыңғай проба) күпселектә булған, А киҙеүе 33,3 процент тәшкил иткән. А тибындағы грипп структураһында (H1N1) pdm09 төрө өҫтөнлөк иткән, тип хәбәр иттеләр «Роспотребнадзор» идаралығынан.

Люксембургта, Болгарияла, Исландияла, Ирландияла, Италияла, Швейцарияла, Ҡушма Короллектә (Уэльс) һәм Косовта киҙеүҙең әйләнеп йөрөү кимәле бик юғары.
Уҙған аҙнала Рәсәй Федерацияһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу кимәле түбән булған.
Дөйөм халыҡ буйынса илдең туғыҙ төбәгендә киҫкен респиратор вирусы һәм киҙеү менән ауырыу аҙналыҡ эпидемик сиктән артҡан.
Парагрипп вирусында ыңғай һөҙөмтәләр – 11 процент, аденовирустар – 12 процент, РС-вирустар – 27 процент, киҙеүгә нигеҙләнгән башҡа вирустар 25 процент тәшкил итә. "Башинформ".
Читайте нас