Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, министрлыҡ баһалама комиссияһы ағзалары менән берлектә конкурс тураһындағы положениеға ярашлы критерийҙарға тап килмәгән 51 эмблеманы бәйгелә ҡатнашыуға индермәне. Ҡалған 27 эш конкурс комиссияһы ултырышында ҡаралды.
— Эмблемала һауығыуҙы, тойомлауҙы, йомартлыҡты, бойондороҡһоҙлоҡто, ижадты, ышанысты, аралашыуҙы һәм һөйөүҙе сағылдырған фирүзә төҫөн файҙаландым. Был сағыу төҫ берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, кире тойғолар тыуҙырмай, — тине Владислав Әхмәтов үҙенең хеҙмәте хаҡында.