Башҡортостанға ҡайтырға булғандарға кәрәкле социаль ярҙам саралары, медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеләсәк, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ ителәсәк.
Уҙған көндәрҙә республика Хөкүмәте Президиумы ултырышы сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү баҙарын көйләү» дәүләт программаһының «Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға Башҡортостан Республикаһына үҙ теләге менән күсергә булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһы раҫланды.
Был ярҙамсы программа республикаға медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм медицина һөнәрҙәренә уҡыусы студенттарҙы даими йәшәү урынына йәлеп итеү иҫәбенә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт ресурстары етешмәүлекте кәметеүгә һәм сифатлы составты яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
«Ярҙамсы программа сараларын тормошҡа ашырыу йыл һайын Башҡортостан биләмәһенә программала ҡатнашҡан 60 кешене һәм 120 уларҙың ғаилә ағзаһын күсерергә мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников. — Йыл һайын ярҙамсы программаны финанслау күләме Башҡортостан ҡаҙнаһы иҫәбенә – 2,5 миллион һум, федераль бюджеттан тағы ярты миллион һум тәшкил итәсәк. Программаны ғәмәлгә ашырыу ваҡыты 4 йылға иҫәпләнгән». "Башинформ".