«Рәсәйҙә йәш ярымдан кесерәк балалар өсөн ясле төркөмдәре бик аҙ булыу сәбәпле бәләкәй балаһы булған ҡатындар эшкә урынлаша алмай һәм тулыһынса ғаилә, яҡындары ярҙамына мохтаж», — тиелә аңлатма яҙмаһында. Бынан тыш, депутаттар балаларҙы ҡараған осор өсөн иҫәпләнгән иң күп страховка стажын алты йәшкә тиклем сикләгән положиены ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иткән. Уларҙың фекеренсә, «был сара күп бала табыуға дәртләндермәй».