Йыл башында төбәктә ипотека кредиты буйынса кредитлауҙың уртаса срогы 176,3 ай, 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата иһә 172,5 ай булған.
Уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында республикала 60 654,80 миллион һумлыҡ 38 888 ипотека кредиты бирелгән. 2018 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда торлаҡ кредиты буйынса бурыс 140 104,10 миллион һум тәшкил иткән. Ваҡытында түләнмәгән бурыстың суммаһы, үткән йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, 1 241,70 миллион һумға тиклем кәмегән.
Дөйөм алғанда, 2017 йылда Рәсәйҙә 2 021 942,9 миллион һумлыҡ 1 086 950 торлаҡ кредиты бирелгән. 2018 йылға илдә кредитлауҙың уртаса срогы 186,8 ай тәшкил иткән. "Башинформ".