Тензиометр ярҙамында лабораторияла гербицидтың сүп үләндәре япраҡтарына һыланыу миҡдары ла тикшерелә. Ул ни тиклем юғары, сүп үләндәренә ҡаршы көрәш шул тиклем уңышлы. Гирбицид етештереүсе Өфө ғалимдарының төп маҡсаты - ауыл хужалығына кәрәкле тауарҙы сит ил аналогтарнынан арзаныраҡ, һөҙөмтәлерәк итеү, 2-3 тапҡырға зарарлы мәтдәләрҙе һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы кәметеү.
Быға тиклем иген баҫыуҙарындағы сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланылған гербицидтар Европанан һәм Ҡытайҙан алынған. Яҡынса мәғләүмәттәргә килгәндә, йылына Рәсәйгә 10 тонна химик мәтдә ҡайтарылһа, уларҙың тонна ярымы республика баҫыуҙарында ҡулланылған. Тиҙҙән ауыл хужалығының гербицидтарға булған ихтыяжын Өфө фәнни-тикшеренеү институты ла хәл итә аласаҡ.
Александр Колбин, Башҡортостан фәндәр академияһының гербицидтар институты директоры: «Финанс етерлек кимәлдә бүленгәндә быйылдан цех ҡорамалдарын урынлаштырырға мөмкин. Лаборатор шарттарҙа эшләнелгән технологияны сәнәғәт күләмендә ҡабатлай алабыҙ. Тик сәнәғәт линияһы өсөн етди проект һәм ҙур финанс сығымдар талап ителә».
Бер йыл гербицид ҡулланмаған осраҡта бөтә баҫыуҙы урап сыҡҡыһыҙ сүп үләндәре баҫа. Шуға ла был өлкәгә ғалимдар етди ҡарай. Лаборатор шарттарҙы гербицид алыу бер, ә сәнәғәт масштабында бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был инженеринг үҙәгендә лаборатор эш һөҙөмтәләре раҫлана, ә технологияны үҙгәртергә кәрәк булғанда уға коррекция эшләнелә һәм гербицидтар ҙур күләмдә етештерелә. Ә һуңғы этапта улар баҫыуҙарға сығарыла. "БСТ".