Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Февраль 2018, 12:12
Башҡортостанда ата-әсәләр һәм сығарылыш уҡыусылары БДИ мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу элемтәгә шылтырата ала
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй. 8 (347) 218-03-81, 218-03-28 телефондары буйынса берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ уҡытыусылар, ойоштороусылар имтиханға ҡағылышлы һорауҙар менән ведомство хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, берҙәм дәүләт имтиханындағы хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин.
Шылтыратыуҙар дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр ҡабул ителә. Төшкө тәнәфес— көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем.
Шулай уҡ ведомство сайтында берҙәм дәүләт имтиханына арналған махсус бүлек бар.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"