Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ауыл эше йәштәр өсөн дә ылыҡтырғыс булырға тейеш. Әммә хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында был тармаҡ ҙур һорау менән файҙаланмай. Уны арттырыу өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мөһим. Шуға күрә кадрҙар ҙа юғары әҙерлекле булырға тейеш, Компетенциялар үҙәге ауыл хужалығы эшсәндәренең белемен камиллаштырыу, һөнәри оҫталығын арттырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Бынан тыш, йәштәрҙе аҡсалата дәртләндереү саралары менән дә ҡыҙыҡһындырыу күҙаллана. "БСТ".