Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
6 Февраль 2018, 05:50
Башҡортостан «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектына ҡушылды
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҡайһы бер дәүләт органдарында һаҡсыл етештереү принциптарын индереү буйынса «һаҡсыл хөкүмәт» пилот проекты рәүешендә тәжрибә үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Эксперимент дәүләт идара итеүе системаһын камиллаштырыу, Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын ғәмәлгә ашырыу һәм уның маҡсатлы йүнәлештәренә өлгәшеү маҡсатында уҙғарыла.
Документҡа ярашлы, һаҡсыл етештереү принциптары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, урман хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, ауыл хужалығы, иҡтисади үҫеш, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарында, шулай уҡ Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе, мәғлүмәтләштереү, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, төҙөлөш һәм архитектура, транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеттарында индерелә.
Бойороҡ менән Башҡортостанда «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын бойомға ашырыу буйынса координация советы ойошторолған һәм уның составы раҫланған. Координация советына идара итеү системаһын формалаштырыу, һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып, проекттар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрергә ҡушылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рөстәм Хәмитовтың «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы проекты етәксеһе Владимир Арженцов менән
осрашыуында
республиканың «Һаҡсыл хөкүмәт» проектында ҡатнашыу мөмкинлектәре тикшерелгәйне.
«Һаҡсыл хөкүмәт» федераль пилот проекты «Росатом» дәүләт корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Ул башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм һөҙөмтәһеҙ ваҡытлыса сығымдарҙы бөтөрөү нигеҙендә етештереү процесын оптималләштереүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандан тыш, проектта Адыгей, Төньяҡ Осетия – Алания, Киров һәм Рязань өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы ҡатнаша. "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"