Өсөнсө һәм артабанғы тыуған балаларға бирелгән дәүләт ярҙамы тураһында ла оноторға ярамай. Ишле ғаиләләр өсөн 8 мең 993 һум да ҙур ярҙам. Ләкин был аҡслаарҙы алыу өсөн дә аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһында тороу шарт. Йәғни, йән башына бүленгән килем йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Документтарҙы социаль яҡлау бүлектәренә, күп функциялы үҙәктәргә тапшырырға мөмкин. Әйткәндәй, тәрбиәгә бала алған өсөн бирелә торған 453 мең һум аҡсаны хәҙер төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өсөн дә файҙаланып була.
Был да тамам түгел. Башҡортостанда хәҙер "Әсәлек капиталы" нан да ай һайын аҡса алырға рөхсәт ителде. Быға тиклем ул ғаиләләргә тулы сумма менән бер тапҡыр бирелә ине. Әлегә айлыҡ түләүҙәр алыуға документтар иң күбе Октябрьский ҡалаһы һәм Әлшәй районында тапшырылған. Был мөмкинлек менән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡуллана ала. Шулай уҡ тағы бер мөһим шарт бар - икенсе бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған, йә уллыҡҡа алынған булырға тейеш. Сабыйға йәш ярым тулғансы сертификаттың ай һайын 9 мең һумын тотонорға мөмкин. "БСТ".