Новости
6 Февраль 2018, 06:19

1 февралдән социаль түләүҙәр индексацияланған

1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 2,5% арттырылды. Башҡортостанда 325 мең кеше ошондай түләүҙәр ала. Улар араһында - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, фашизмдың балиғ булмаған әсирҙәре, «чернобылселәр», Семипалатинск полигонында радиация тәьҫиренә дусар булғандар, инвалидтар һәм башҡа федераль льготаларына эйә булыусылар.

Бер үк ваҡытта айлыҡ аҡсалата түләүҙәр составында социаль хеҙмәттәр йыйымын биреүгә йүнәлтелгән аҡса суммаһы ла арта. 1 февралдән ул 1075,19 һум тәшкил итә, шуның: - 828,14 һумы - бушлай таратылған дарыуҙарҙы алыуға; - 128,11 һумы - шифахана-курорт дауаланыуына; - 118,94 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай юл йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу еренә барып ҡайтыуға бүленә. БР буйынса Пенсия фонды идаралығының матбуғат-хеҙмәте.
Читайте нас