Новости
2 Февраль 2018, 16:49

Республика мәктәптәрендә балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итә башланылар

Башҡортостан мәктәптәрендә балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү башланды. Ул ике этапта уҙа. Беренсеһе дөйөм белем биреү учреждениеһына беркетелгән биләмәлә йәшәүсе уҡыусылар өсөн 1 февралдән 30 июнгә ҡәҙәр. Икенсеһе – мәктәпкә беркетелгән биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн – 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем.

Баланы беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) ҡабул итеү тураһында ғариза, буласаҡ уҡыусының тыуыу тураһында таныҡлығының төп нөхсәһен йәки ғариза тапшырыусының туғанлығын раҫлаусы документ, медицина картаһын тапшырырға кәрәк. Ата-әсәләр ғаризаны дөйөм белем биреү ойошмаһында ғына түгел, «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтында электрон сират аша бирә ала.


Мәктәп сайттарында 1 класҡа ҡабул итеү тәртибе һәм шарттары хаҡында положениелар баҫылырға тейеш. "Башинформ".
Читайте нас