– Республика йәш белгестәргә ярҙам күрһәтә, – тине республика етәксеһе. – Аграр сәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтен көсәйтеү тураһында указға үҙгәрештәр индерелде. Быйылдан башлап ауыл хужалығына эшкә барған юғары белемле белгестәргә – 500 мең, урта һөнәри белемгә эйә булғандарға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнде.
Ауыл хеҙмәте йәштәрҙы нығыраҡ йәлеп итә, тип билдәләне төбәк башлығы. Ләкин ауылда эш хаҡы, былтыр һигеҙ процентҡа артып, уртаса 18 мең һумға етһә лә, бик түбән.
– Был – республикалағы уртаса хеҙмәт хаҡынан 60 процент. Уның республика буйынса уртаса эш хаҡынан 30 мең һумға аҙыраҡ булыуы аңлашыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәт етештереүсәнлеге булһа, хеҙмәт хаҡы ла булыр. Ошо ике күрһәткес бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Ауыл хужалығына һөҙөмтәлелек кәрәк. Тармаҡҡа перспективалы кадрҙар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу зарур. "Башинформ".