Бындай ҡарар Ҡаҙағстанда Үзбәкстан мигранттары менән булған фажиғәнән һуң ҡабул ителде. Ул саҡта Аҡтүбәнән алыҫ түгел ерҙә 52 кеше автобуста янып үлде.
«Ошо ваҡиға беҙҙең халыҡ алдындағы бурысыбыҙҙың күп булыуы хаҡында һөйләй. Үҙебеҙҙә шарттар булмау арҡаһында кешеләр башҡа илдәрҙә эш эҙләргә мәжбүр. Улар сит илдәрҙә интегәләр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр», — тип таныны Үзбәкстан президенты Шәфҡәт Мирзиёев.
Әле Рәсәй менән Үзбәкстан араһында туғыҙ: Үзбәкстандан ете һәм Рәсәйҙән ике тимер юл транспорты йөрөй. Ләкин мигранттар араһында Силәбе һәм Ырымбур популяр түгел. "Башинформ".