Новости
31 Ғинуар 2018, 15:40

Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында төбәктә 19 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән

Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында (22 ғинуарҙан 28-нә тиклем) Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре менән 19 меңдән ашыу кеше ярҙам һорап табиптарға мөрәжәғәт иткән. Улар араһында — 13 мең бала, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан. Хәүефләнергә урын юҡ. Эпидемик сик артмаған. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән 12,4% түбән. Лаборатория мониторингы һөҙөмтәләре буйынса, әлеге ваҡытта халыҡ араһында киҙеүгә ҡарамаған вирустар йөрөй. Шулай итеп, грипп вирустары асыҡланмаған.

Читайте нас