Новости
31 Ғинуар 2018, 07:06

Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы баш ҡала үҙәгендә түләүле парковкалар индереүҙе хуплай

30 ғинуарҙа Өфөлә журналистар менән осрашыуҙа республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов баш ҡалала түләүле парковкалар индереүгә үҙ фекерен белдерҙе.

«Был мәсьәләне тикшерҙек. Беҙ – түләүле парковкалар яҡлы. Бөтә заманса миллионлы ҡалаларҙа улар бар, тик Өфөлә генә юҡ. Бер ҡала ҡалған. Әммә Ҡала советы нисек хәл итер. Улар түләүле парковкалар эшләһә, үҙәктә тығындар кәмеүенә шат булыр инек. Кешеләр машиналарында йөрөмәй башлаясаҡ, бының өсөн аҡса түләргә кәрәклеген аңлаясаҡ – йәмәғәт транспортына күсәсәк. Мәҫәлән, Мәскәү үҙәге – теләһәк-теләмәһәк тә, унда тығындар юҡ, сөнки бер кемдең дә түләгеһе килмәй һәм йәмәғәт транспортында йөрөй», — тине спикер.
Уның һүҙҙәренсә, Өфөлә йәмәғәт транспорты йөрөй, ул етерлек.
«Шуға күрә, үҙәктең түләүле булыуына мин «риза»», — тип өҫтәне ведомство етәксеһе."Башинформ".
Читайте нас