Атап әйткәндә, Өфөлә был күрһәткес йыл аҙағында 0,86 процентҡа тиң булған, республиканың башҡа ҡалаларында – 0,91%, райондарҙа — 1,09%. 36 муниципалитетта эшһеҙлек кимәле Башҡортостан буйынса уртасанан түбән.
Иң юғары теркәлгән эшһеҙлек кимәле Ағиҙелдә һәм Межгорьела билдәләнә – 5,41 һәм 3,5 процент. Райондар араһында – Балаҡатай һәм Шишмә райондарында – 2,05 һәм 2,02 процент.
Иң түбән эшһеҙлек кимәле Сибайҙа һәм Октябрьскийҙа – 0,45 һәм 0,67 процент, шулай уҡ Миәкә (0,59%), Туймазы һәм Ҡариҙел (0,63-шәр %), Белорет (0,67%) һәм Өфө (0,7%) райондарында асыҡланған, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан."Башинформ".