Новости
30 Января 2018, 07:58

Быйылғы БДИ-ла ҡатнашыуға ғариза тапшырыу өсөн республика уҡыусыларына ике көн ҡалған

2018 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн 1 февралгә саҡлы ғариза тапшырырға кәрәк. Ғаризала имтихан тапшырырға күҙаллаған фәндәр яҙылырға тейеш.

Рус теле һәм математика – мотлаҡ фәндәр. Урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн уларҙы уңышлы тапшырырға кәрәк.


Ҡалған фәндәр һайлау буйынса тапшырыла һәм тәү сиратта, уҡыуын юғары белем биреү йортонда дауам итергә теләүселәр өсөн кәрәк. Һайлау БДИ-ла ҡатнашыусының уҡыуын ниндәй һөнәр йәки әҙерлек йүнәлеше буйынса дауам итеү теләгенә, һәр аныҡ осраҡта юғары уҡыу йорто һынау имтихандары сифатында ниндәй фәндәрҙе иҫәпкә алыуына нигеҙләнергә тейеш. Был мәғлүмәт юғары уҡыу йорттары сайттарында баҫылған.


Ғаризала теләһе нисә фәнде яҙырға мөмкин. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ғаризаны үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙә бирә. Алдағы йылғы тамамлаусылар – йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегендә. Үҙең менән элекке белем кимәле хаҡында документ, паспорт һәм уның күсермәһе булырға тейеш.


"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас